Советы учителя - логопеда родителям будущих первоклассников
Автор: Ишмуратова Айгуль Галимьяновна
Просвещение родителей будущих первоклассников и привлечение их к активному самостоятельному участию в вопросах профилактики нарушений речи своих детей.
Буласаҡ беренсе класс балаларының ата-әсәләренә кәңәштәр.
Дөрөҫ һәм бәйләнешле телмәр баланың уңышлы уҡып китеүе өсөн мөһим шарттарҙың береһе булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телмәрендә өн кәмселектәре булған балалар һаны йылдан-йыл арта бара. Баланың бәйләнешле, эҙмә-эҙлекле, грамматик һәм фонетик яҡтан дөрөҫ итеп үҙ фекерен әйтә белеүе, уратып алған донъя тураһында төрлө ваҡиғалар һөйләй алыуы уның артабанғы уҡырға һәм яҙырға өйрәнеүендә мөһим роль уйнай. Шуға күрә, баланың телмәрендә булған кәмселекте, грамотаға өйрәтеү башланғанға тиклем, төҙәтеү бик мөһим.
Ата-әсәләргә ошоларға иғтибар итергә кәрәк:
1.Өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. 6 йәшлек бала туған телдең бөтә өндәрен дә асыҡ, таҙа итеп әйтә белергә тейеш.
2. Фонематик ишетеү һәләте һәм дөрөҫ телмәр һулышы. Өндәрҙе ишетә, айыра һәм дөрөҫ әйтә алыу; дөрөҫ тын алыу, тауышты һауа ағымы менән ашыҡмай сығарыу.
3. Дикция (әйтелеш) торошо. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе аныҡ, асыҡ итеп әйтеү. Йырлау, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яттан һөйләү.
4. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү (экскаватор, театр, велосипед һ.б.). Баҫымды дөрөҫ ҡуйыу.
5. Һүҙлек запасы. 6-7 йәшлек баланың телмәрендә 2000 тирәһе һүҙ булырға тейеш.
6. Орфоэпик ҡағиҙәләр нигеҙендә дөрөҫ һөйләшеү.Орфоэпия-әҙәби дөрөҫ әйтеү ҡағиҙәләре.
7. Бәйләнешле телмәр торошо. Һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтегеҙ, әкиәт уйлап сығарырға һәм урамдағы күренештәрҙе, картинаны һүрәтләргә тәҡдим итегеҙ, һөйләмде дауам итергә өйрәтегеҙ, әкиәттең, хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләүен һорағыҙ.
8. Ваҡ моториканы үҫтереү. Бармаҡ хәрәкәттәре үҫешкән булһа, баланың телмәре лә юғары кимәлдә була. Ваҡ моториканы үҫтереүгә массаж туптарын ҡулланып массаж эшләү, рәсем, әүәләү, йәбештереү, пазлы, мозаика йыйыу, конструктор деталдәрен төҙөү, ҡайсы менән эшләү һәм башҡа ваҡ эштәр ҙур булышлыҡ итә.
9. Коммуникатив функциялар. Аралашыу мәҙәниәте, тыңлай белеү, ҡушылған эштәрҙе иҫләү, үтәүҙе талап итегеҙ.
10. Уйын эшмәкәрлеге торошо. (үҙ аллы һәм төркөмдә уйнай белеү, уйын ҡағиҙәләрен уйлау һәм ҡабул итеү).
11. Мотивация. (уҡырға теләк булыу, яңылыҡты белеү).
12. Элементар математик күнекмәләрен үҫтереү. (10 эсендә иҫәпләү, ябай мәсьәләләрҙе сисеү).
13. Иғтибарҙы, хәтерҙе үҫтереү. (мәҫәлән, 7-8 һүҙҙе, предметты хәтерҙә ҡалдырырға).
14. Фекерләүҙе үҫтереү. (дөйөмләштереп "бер һүҙ" менән әйтеү, "төркөмдәргә бүлеү" һ.б.).
15. Әгәр бала уҡый белһә: ижекләп, талғын уҡырға, уҡығанын аңларға тейеш була.
Әгәр проблемалар бар икән - борсолмағыҙ, белгестәргә мөржәғәт итегеҙ, улар һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға ярҙам итер һәм әлбиттә, иң мөһиме – телмәр кәмселектәрен иртә асыҡлау һәм ваҡытында коррекциялау сараларын күреү..
Баланың телмәре үҫешеп етмәгән осраҡта, уны уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү проблемаһы барлыҡҡа килеүен онотмағыҙ. (дисграфия – яҙыу процестарының боҙолоуы, дислексия - уҡыу процестарының боҙолоуы).
Күп кенә балалар бөтә өндәрҙе лә дөрөҫ әйтә алмайҙар: ҡайһы бер балаларҙа өндө үҙләштереү тотҡарлана, ә икенселәре дөрөҫ әйтмәй, бер өндө икенсе өн менән алмаштыра. Ҡайһы берҙәре шышылдаусы һәм һыҙғырыусы (с-ң, ш-ж, с-ш, ж-з, ч-с ҙ. б.), яңғырау һәм һаңғырау (в-ф, һ-х, ҙ-ҫ, д-т, ғ-ҡ) һәм сонор (л,р) өндәрен ишетеп айыра белмәйҙәр. Әгәр бер нисә һүҙҙәр оҡшаш өндәр ишетелгән булһа, балалар һөйләмдә бөтә һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ әйтә алмайҙар. Телмәр ағзаһының үҫешеп етмәүе, артикуляция аппараты мускулдарының етерлек кимәлдә хәрәкәтсән булмауы сәбәпле, балалар өндәрҙе боҙоп әйтәләр һәм телмәрҙәре лә аңлайышһыҙ була. Был балаларға иғтибар нығырыҡ талап ителә. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә, телмәр һулышына, телмәрҙең тасуири интонацияһын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән уйындар һәм күнегеүҙәр үткәрелә.
Был йәштәге балалар тасуирлауҙың аңлайышлы алымдарын үҙләштерәләр: тауыштың бейеклеген һәм көсөн, телмәр темпын, паузаларын һаҡлау һәм дөрөҫ баҫым яһауҙы көйләргә өйрәнәләр.
Алдынғы педагогтарҙың тәжрибәһенән сығып, ата-әсәләргә түбәндәге тәҡдимдәр бирелә:
- Баланың дөйөм һәм ваҡ моторикаһы үҫтерегеҙ: күберәк һүрәт төшөрһөн, буяһын, пластилиндан әүәләһен, мунсаҡ йыйһын.
-Балаларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләгеҙ: шиғырҙар ятлатығыҙ, әкиәттәр, хикәйәләр уйлап сығарһын.
- Өйҙә йыш ҡына бала менән ҡыҙы-әсәһе булып, магазинда, дауаханала, бөҙрәханала, төҙөлөштә һ. б. тип уйнағыҙ, был ысулдар баланың эшмәкәрлеген ойоштороуҙа, үҫтереүҙә ҙур ярҙам итә.
-Үҙ талаптарығыҙҙа эҙмә-эҙлекле булығыҙ. Күп нәмәнең шунда уҡ килеп сыҡмауына аңлы ҡарағыҙ.
-Тын юлдарына даими рәүештә артикуляция гимнастикаһы эшләргә өйрәтегеҙ.
Иң мөһиме, һеҙ балағыҙ өсөн уны яратҡан, аңлаған ата-әсә булып ҡалығыҙ!
Уңыштар һеҙгә!